Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 13:16

Әбйәлилдәге митинг хаҡында.

Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә ҡаршы митинг үтте.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Әбйәлил#Абзелил#Яңылыҡтар

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Асҡар ауылы стадионында баҡыр ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә ҡаршы йыйын үттеүе, унда меңгә яҡын кеше йыйылыуы хаҡында үҙенең рәсми сайтында мәғлүмәт тупланы. Эске эштәр министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, акцияла 950 кеше ҡатнашты.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов хәбәр итеүенсә, сарала район халҡы ғына түгел, шул уҡ иҫәптән Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларынан кешеләр булды. Ойоштороусылар планлаштырылған митинг хаҡында хакимиәтте иҫкәрткән, әммә рөхсәт алмағандар. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы муниципалитет граждандар йыйынына ҡаршылыҡ тыуҙырмаған.
Рус баҡыр компанияһы сентябрь башында эшкә тотонор алдынан урындағы халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында диалогка саҡырып мөрәжәғәт итте. Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Рус баҡыр компанияһы эшен туҡтатҡан.
«Хакимиәт етәксеһе Илдар Нафиковтың компания етәксеһенә мөрәжәғәтенән һуң барлыҡ эштәр туҡтатылды, техника сығарылды», — тине Руслан Йосопов.
Мәғлүмәт һәм фото Башинформ сайтынын алынды.
Читайте нас: