2020 йылдың 25-27 сентябрендә Ишембай районы Шихан ауылы янындағы "Торатау" геопаркында Этнофестиваль үтәсәк.
Был майҙансыҡта өс көн барышында Башҡортостанда йәшәгән 7 милләт вәкиле үҙҙәренең халыҡ йолаларын, ижадын, сәнғәт төрҙәрен күрһәтәсәк.
Сара Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт телдәрен, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар телен, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса Республика Башлығы грантында еңеүсе «Шихандар этноауылы» проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Дөйөм алғанда, проект Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың тарихи факттарын, көнкүрешен, йолаларын өйрәнеүгә арналған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн китап һәм һүрәттәрҙең генә түгел, ә бәләкәй ватаныбыҙҙың тарихына тереләй ҡағылыу мөмкинлеген булдырыу өсөн бушлай экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Фестивалдең программаһы:
Беренсе көнө:
- Сараны асыу, майҙансыҡтар эшмәкәрлеге.
- Республиканың ижади коллективтарының концерт майҙансығы;
- Этнокүргәҙмә;
- күңел асыу майҙансыҡтары, мастер-кластар, конкурстар һәм уйындар;
- йәрминкә.
Икенсе көн:
- славян халыҡтары мәҙәниәтен демонстрациялау.
- 13:00 - 16:00 сәғәттә урыҫ, украин, сыуаш һәм мордва халыҡтары күргәҙмәһе, мәҙәни программа
Өсөнсө көн:
- Һабантуй. Тамамлау тантанаһы.
- 13:00 - 16:00 сәғәттә башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәни программаһы тәҡдим ителә. Өсөнсө көн һабантуй форматында үткәрелә: халыҡ спорт төрҙәрендә ҡатнашыу, уҡ-йәйәнән атыу, күргәҙмәләр...
Көн тамамланышына фестивалгә йомғаҡлау яһала.