Башҡортостан Гамалея исемендәге үҙәктә эшләнгән “ГАМ-КОВИД-ВАК” (Спутник V) вакцинаһы оҙатылған төбәктәр иҫәбенә инде. Был препарат кешелә коронавирусҡа ҡаршы ике йылға тиклем иммунитет барлыҡҡа килтерә. Тәүге партия ҙур хәүеф төркөмөнә ингән граждандарға һалына.
Әле вакцина “Башфармация” предприятиеһы келәтенә бушатылды. Унда препаратты һаҡлау өсөн махсус һыуытҡыстар бар. Артабан ҡайһы бер медицина ойошмаларына тапшырыла.
Препаратты күпләп етештерә башлағас, киң вакцинация ойоштороласаҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, тәү сиратта хәүеф төркөмөндәге медицина персоналы иммунизацияланасаҡ.