17 сентябрь Рәсәйҙең бизнес даирәләрендә киң билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, ә һуңғы йылдарҙа – Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаровтың кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы депутаттары хупланы. Кем ул Андрей Назаров? Уның биографияһынан ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ.
Андрей Назаров Баймаҡ ҡалаһында 1970 йылдың 28 апрелендә тыуған. Әсәһе – бухгалтер, атаһы – шофер. Сибай ҡалаһында 6-сы дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң Сибай тау-байыҡтырыу техникумына уҡырға инә. 2016 йылда «Башҡортостан Республикаһы миҫалында эшҡыуарлыҡтың бәләкәй төбәктәрҙәге социаль-сәйәси проблемалары» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
90-сы йылдарҙа ул дуҫтары менән Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан араһында дефицит тауар ташыу буйынса «БашКазРос» тигән беренсе фирмаһын аса һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Артабан Назаров төҙөлөш сфераһында бизнес аса. Тәүге проекттарын Урал аръяғында башлай һуңынан Өфөгә лә киңәйә. Уның «Гранель-недвижимость» компанияһы Өфөлә пенсия фонды бинаһын һәм Sheraton (хәҙер — Crowne Plaza Ufa) ҡунаҡханаһын төҙөй. Мәскәү янында күп ҡатлы йорттар төҙөй һәм әлеге төҙөү күләме буйынса Рәсәй кимәлендәге Топ-10 төҙөүсе компаниялар рәтенә инә.
Хөкүмәттә Андрей Назаров иҡтисад, бюджетты формалаштырыу һәм һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн яуаплы. Быйыл иҡтисад өсөн иң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Назаров бюджет системаһы тотороҡландырыуға, кәрәкмәгән сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға, тиҙ ваҡытта иң яҡшы шарттары булған госпиталдә төҙөүгә, бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлауға өлгәште.
- Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ябай эш түгел. Был беҙҙең республикалағы үҫеш ҡарары. Мин уртаса ябай башҡарыусыны ҡуя ала инем. Ләкин ауыр, ҡатмарлы бурыстарҙы көслө, сая рухлы кеше генә үтәй ала. Үҙ ҡарашы булған, үҙ һөнәре юлын үтмәгән кешеләр менән минең эшләгем килмәҫ ине, – тип кандидатты тәҡдим иткән саҡта Радий Хәбиров әйтте.