Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 11:52

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премияға конкурс иғлан ителде.

«Мәрхәмәт Шаһиты» хәйриә фонды Көйөргәҙе районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы менән берлектә республикала йәшәүсе талантлы яҙыусыларҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премияһына дәғүә итеү конкурсы иғлан итте.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#Әҙәбиәт#Литература#ТамараҒәниева#ТамараГаниева#Литература Башкортостана

«Мәрхәмәт Шаһиты» хәйриә фонды Көйөргәҙе районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы менән берлектә республикала йәшәүсе талантлы яҙыусыларҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премияһына дәғүә итеү конкурсы иғлан итте.
Конкурсҡа матбуғат баҫмаларында, интернет-киң мәғлүмәт саралары сайттарында йә китап рәүешендә баҫылған төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр ҡабул ителә. Документтарҙы 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем тапшырырға мөмкин.
Адресы: Башҡортостан Республикаһы 453360, Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 10; электрон почта: [email protected].
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347)-576-11-50, 89373132532.
Координаторы: «Мәрхәмәт Шаһиты» хәйриә фондының бағыусылыҡ советы Рәйесе — Лилиә Михайлова.
Мәғлүмәт Башинформ айтынан алынды.
Читайте нас: