Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 18:08

«Йәшлек-шоу» йәш башҡарыусылар фестивале бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарыласаҡ.

«Йәшлек-шоу» проекты башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары өсөн иң ҙур старт майҙансығы булып тора. Бөгөн пресс-конференция барышында «Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка» ойоштороусылары быйыл бәйге ниндәй форматта үткәнен, тамашасыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар, һынауҙар көткәне хаҡында һөйләп үтте.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ЙәшлекШоу#Перезагрузка#Мәҙәниәт#БашҡортЭстрадаһы#АртКвадратУфа

«Йәшлек-шоу» проекты башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары өсөн иң ҙур старт майҙансығы булып тора. Бөгөн пресс-конференция барышында «Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка» ойоштороусылары быйыл бәйге ниндәй форматта үткәнен, тамашасыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар, һынауҙар көткәне хаҡында һөйләп үтте.
Фестиваль 28-се тапҡыр уҙғарыла, әммә быйыл уның күләме республиканан ситкә сыға. Быйыл 16 йәштән 30 йәшкә тиклем бөтә Рәсәйҙән башҡорт телендә башҡарыусылар ҡатнаша ала. Һайлап алыу туры 26 сентябрь башлана. Эксперттар командаһы Республиканың райондарында һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм урындағы башҡырыусылар менән берлектә “open-air” (асыҡ һауа) форматында һайлап алыу турын үткәрәсәк.
20 ноябрҙә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында «Йәшлек шоу – 2020» фестиваленең гала-концерты үтәсәк. Унда популяр башҡорт эстрадаһы артистары менән еңеүсе исеменә көс һынашҡан проект финалистары сығыш яһаясаҡ.
«Әгәр ҙә «Йәшлек-шоу» еңеүселәренең йә ҡатнашыусыларының береһе бөтә донъя йәки Европала билдәлелек яулаһа, фестивалдең маҡсатына ирештек, тип иҫәпләргә була», - тине проекттың продюсеры Рөстәм Ғиззәтуллин.
Фестивалдең концертта марафоны иртәгә үк башлана. Сәғәт 18.00 «Арт-Квадрат» ҡала үҙәге майҙансығында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыштарын тамаша ҡылырға була.
Читайте нас: