Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 11:42

Туймазыла "Шәжәрә байрамдары" үтә.

Туймазы районы Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге 2020 йылда бөтә район ауылдарында Шәжәрә байрамдарын үткәреү планлаштырған. Йыл башында Шәжәрә байрамы Илсембәт, Кәкребаш, Ғәфүр ауылдарының мәҙәниәт йорттарында уҙғарылғайны. Әҙерлек барышында Туймазы районы буйынса 100-ҙән ашыу шәжәрәләр төҙөлдө.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Туймазы#ШәжәрәБайрамы#НацПроекты#МиллиПроекттар

Туймазы районы Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге 2020 йылда бөтә район ауылдарында "Шәжәрә байрамдарын" үткәреү планлаштырған. Йыл башында "Шәжәрә байрамы" Илсембәт, Кәкребаш, Ғәфүр ауылдарының мәҙәниәт йорттарында уҙғарылғайны. Әҙерлек барышында Туймазы районы буйынса 100-ҙән ашыу шәжәрәләр төҙөлдө.
Кисә, 16 сентябрҙә, Туймазы районының Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда район кимәлендә үткәрелгән Ҡала һәм район юбилейына арналған "Быуындарҙы бәйләй-бәйләй" видеоконкурсы сиктәрендә "Шәжәрә байрамы" уҙғарылды.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының, район видеоконсурсында еңеүселәрҙең һәм Төмәнәк ауылы вәкилдәренең шәжәрәләре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ә мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта үҙен мәргәнлеккә һынап ҡараусылар өсөн уҡтан атыу мөмкинлеге булды.
Читайте нас: