- Алдан хәбәр иткәнсә, Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Талҡаҫ күлен айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйнек. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы вәкилдәре районда айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырыу мәсьәләләре буйынса булдылар һәм был һорауҙы ентекләп өйрәнеү һәм мәғлүмәт йыйыу тураһында ҡарар ҡабул иттелде, - тип яҙҙы Баймаҡ районы хәкимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Фото һәм мәғлүмәт Баймаҡ районы хәкимиәте башлығының социаль селтәрҙәренән алынды.