Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 12:02

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегацияһы Әбйәлил районында эшен дауам итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш сәфәре Амангилде һәм Буранғол ауылында дауам итте. Быға тиклем йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Асҡар, Гусев һәм Ташбулат ауылы халҡы менән осрашты. Делегация сафына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, аппараттың төбәктәр менән эш алып барыу бүлеге етәксеһе Рөстәм Баянов ингән.

«Ошондай осрашыуҙар халыҡ өсөн бик кәрәк. Төрлө йүнәлештәге мәьсәләләр күтәрелде. Ҡоролтай аппараты вәкилдәре тарафынан файҙалы мәғлүмәттәр бирелде. Халыҡ «Башҡорт теле йылы» программаһы менән ҡыҙыҡһынды, ауыл хужалығы йүнәлешендә гранттар тураһында мәғлүмәт тә ҙур ҡыҙыҡһыныу тапты. «Айыҡ ауыл» конкурсына килгәндә, беҙҙең Ташбулат ауылы ул конкурста быйыл ҡатнаша. Ошо уҡ ауыл советына ҡараған Күсем ауылы 2015 йылда район кимәлендә үткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында еңеп, бүләкләнгән ине. Шуға, беҙҙеңсә, Ташбулат ауыл советы халҡы өсөн сәләмәт тормош алып барыу —ул күптәнге ғәҙәт»,— тип белдерҙе Әбйәлил районы Ташбулат мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфирә Моратшина.
Әбйәлил районы халҡы йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеген әүҙем ҡуллана, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренә фекерҙәрен, инициативаларын һәм борсолоуҙарын еткерә.
«Һуңғы ике йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем эшмәкәрлеге урындағы инициативалы төркөмдәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға йүнәлде. Йәмәғәтселек менән урындағы осрашыуҙар ғәҙәти практикаға әйләнде. Мәҫәлән, быйыл зона-ара кәңәшмәне беҙ Нуриман районында уҙғарҙыҡ. Осрашыуҙар Белорет ҡалаһында, Благовещенда, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында үтте. Бындай сараларға барғанда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы һәм башҡарма комитеты вәкилдәре «Айыҡ ауыл» кеүек проекттарҙың барышын, уларҙың һөҙөмтәләрен тикшерҙе. Беҙҙеңсә, йәмәғәт ойошмаһының урындағы вәкилдәренең әүҙемлеген һәр ваҡыт күҙәтеүҙә тоторға кәрәк. Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең бер маҡсаты —ул граждандар йәмғиәтен булдырыу икәнен күҙ уңында тотоп, беҙ әүҙем йәмәғәтселәрҙе даими рәүештә үҙебеҙҙең сафтарға йәлеп итәбеҙ. Әбйәлил районындағы эш сәфәре —ул күптән планға һалынған эш. Урындағы халыҡ менән осрашыу —ул төрлө дәрәжәләге депутаттар һәм хакимиәт ағзаларының ғына эше түгел, ә йәмәғәт ойошмаларының да бурысы, тип иҫәпләйбеҙ. Әбйәлил халҡы менән бер-нисә осрашыу уҙғарғандан һуң, беҙ ошондай фекергә килдек: кешеләрҙе урында уҡ хәл итә алырлыҡ мәсьәләләр борсой. Дәүләт йыйылышы, Дәүләт думаһы депутаттары йәмәғәтселәр менән берлектә халыҡ менән осрашыуҙарға йөрөүҙе ғәҙәткә индерергә тейеш. Ошондай юл менән хәл итә алырлыҡ бер мәсьәлә —ул, мәҫәлән, Әбйәлил районында булған халыҡтың «Рус баҡыры компанияһы» менән мәнфәғәттәр ҡаршылығы. Был хәлде тәртипкә килтереү ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе талап итә, райондарҙа ҡаҙыныу эштәренә рөхсәт биргәндә халыҡтың да ҡарашы иҫәпкә алынырға тейеш. Ошоға бәйле бер-нисә мөрәжәғәтте беҙ Амангилде ауылында ҡабул иттек»,— тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева.
Мәғлүмәт һәм фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#Сәйәсәт
#Ҡоролтай
#ӘбйәлилРайоны
#АбзелиловскийРайон
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Читайте нас: