Өфөлә Шота Руставели урамы, 5-се һанлы йорт адресы буйынса яңы торлаҡ төҙөлөшө туҡтатыла.
Бөгөн был урында Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Уның белдереүенсә, йорт биләмәләрен ныҡ тығыҙларға ярамай, был кешеләр хоҡуғын боҙа, ҡаланы йәмһеҙләй. Унан алда Шота Руставели урамында йәшәүселәр яңы йорттоң башҡа биналар өсөн хәүефле булыуы тураһында белдергәйне.
– Мин һеҙгә бөтә яуаплылығым менән әйтәм – бында төҙөлөш булмаясаҡ. Бөгөн бөтә эштәрҙе туҡтатығыҙ, кискә тикшерәсәкмен. Төҙөлөш майҙансығын кире һүтә башлағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Былай эшләргә ярамай. Мин һеҙгә һүҙ бирәм һәм үҙ һүҙемдә торасаҡмын. Шуға күрә минең менән көрәшергә уйламағыҙ. Торлаҡ йорт бында төҙөлмәйәсәк, бәлки, киләсәктә балалар баҡсаһы йә майҙансығы булыр.
Мәғлүмәт һәм фото Башинформ сайтынан алынды.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#НацПроекты
#ШотаРуставели
#РадийХәбиров