Тимерғәлиева Хәмдүнә Башҡортостандың Борай районы Ҡотлояр ауылында 1949 йылда тыуған. Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң Яңауыл мәҙәниәт йортонда хор етәксеһе вазифанһын башҡара. 1976 – 1987 йылдарҙа Ҡазанда Татар дәүләт филармонияһында эшләй. Йырсының репертуарында 1 меңгә яҡын йыр, шуларҙың ике йөҙө - халыҡ йырҙары.
Хәмдүнә Тимерғәлиева беренселәрҙән булып «Йома», «Яңғыҙ ҡайын», «Картуф», «Ғәлигә барам әле», «Эх, замана», «Тәтешле көйө», «Эх, Мәҙинә, Мөкәрәмә», «Борай», «Бибизәкә», «Беҙҙең дуҫтар мариҙар» һәм башҡа боронғо башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын профессиональ йырлай. Ул бөтә Рәсәй буйлап, Молдавия, Украина, Урта Азия дәүләттәрендә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһай.