Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 18:29

Башҡортостанда «Еңеү урманы» акцияһы һәм «Геройҙар аллеяһы»н һалыу саралары үтәсәк.

Республиканың урман фонды биләмәһендә 26 сентябрҙә бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Йәшел Рәсәй» һәм Урмандарҙы һаҡлайыҡ» акциялары сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү урманы» акцияһы уҙғарыласаҡ.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НацПроекты#ЕңеүУрманы#ГеройҙарАллеяһы#СохранимЛес#Экология

Республиканың урман фонды биләмәһендә 26 сентябрҙә бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Йәшел Рәсәй» һәм Урмандарҙы һаҡлайыҡ» акциялары сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү урманы» акцияһы уҙғарыласаҡ.
Республика акцияһына йәштәр, волонтерҙар һәм йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һәм урындағы халыҡ йәлеп ителәсәк. Сара “Юғары әҙелек режимының” барлыҡ талаптарына ярашлы уҙғарыласаҡ.
Шул уҡ көндә республика муниципаль биләмәләренең торлаҡ пункттарында «Геройҙар аллеяһы» ла һалынасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урманды һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы былтыр Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡайһы бер төбәктәрендә урман янғындары күп булыуы сәбәпле Рәсәйҙең ауыл хужалығы һәм Тәбиғәт министрлығы ярҙамында ойошторола. Акцияның төп маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын Рәсәй урман байлыҡтарын тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү . Сара «Экология» милли проектының маҡсаты һәм бурыстарына ла тап килә.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса яҙғы һәм көҙгө ағас ултыртыу сараларында 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, урман фонды һәм төбәктең торлаҡ пункттары биләмәләрендә 2,5 млн. ағас үҫентеһе ултыртылған.
Читайте нас: