Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 14:44

Республика Башлығы яр буйы үҫеше менән шәхсән шөғөлләнәсәк.

15 сентябрҙә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Республика Башлығы яр буйы үҫеше менән шәхсән шөғөлләнеүе хаҡында белдерҙе.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НацПроекты#РадийХәбиров#ЯрБуйы#НабережнаяУфа

«Яр буйын төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды, алда эшләнәһеләре лә күп. Беҙҙең төп бурыс - яр буйына йәм биреү. Был эш Мәҙәниәт министрлығына ла, Өфөнөң социаль блогына ла ҡағыла. Шулай уҡ ул бизнес өсөн ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә минең етәкселегем аҫтында беҙ эшсе төркөм ойошторасаҡбыҙ. Уның маҡсаты – бизнес йәлеп итергә, сөнки беҙ барыһын да бюджет иҫәбенә генә эшләй алмайбыҙ», — тип хәбәр итте Республика Башлығы.
Радий Хәбиров һүҙҙәре буйынса яр буйын үҫтереүгә төрлө ресторандар, спорт һәм балалар өсөн объекттар төҙөүҙе йәлеп итергә кәрәк. Бизнес һорауы менән билдәле ресторатор Александр Антонов шөғөлләнәсәк.
«Территорияларҙы үҫтереү буйынса уның тәжрибәһе ҙур. Шуға күрә йәмәғәт башланғыстарында комиссияның сәркәтибе булыр тип килештек. 2021 йылдың йәй аҙағына тиклем яр буйында тәүге ресторандар, ял объекттары булырға тейеш.Яр буйының күрһәткестәре бик яҡшы: оҙон һәм күп урын булыуы күп мөмкинлектәр аса, — тине Радий Хәбиров. — Ошо ике ай эсендә тағы ла бер нисә оферта эшләйем. Мин бөтә эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәм: дүрт миллион халыҡлы республиканың бер миллионлыҡ ҡаланың яр буйына торорлоҡ идеяларығыҙҙы көтәм. Был эш менән мин үҙем шәхсән шөғөлләнәсәкмен. Был һорау буйынса миңә, Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Минең тырышлыҡ, минең һүҙем эшҡыуарға гарантия була аласаҡ».
Читайте нас: