Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 21:54

Күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә түләүҙәр өсөн федераль бюджеттан дотациялар.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 11.09.2020 йылдың № 2317-р ҡарары менән өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә өс йәш тулғансы түләнә торған айлыҡ пособиеға субсидиялар бүлеүҙең күләменә үҙгәрештәр индерелде.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Иҡтисад#НацПроекты

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 11.09.2020 йылдың № 2317-р ҡарары менән өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә өс йәш тулғансы түләнә торған айлыҡ пособиеға субсидиялар бүлеүҙең күләменә үҙгәрештәр индерелде.
Шул маҡсат менән Республикаға федераль бюджеттан 818,7 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленгән.
2020 йылдан алып Башҡортостанда 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған өсөнсө һәм артабан тыуған балалар өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙәр алыусылар һаны күбәйҙе. Әлеге үҙгәргән түләү шарттарына ярашлы, был хоҡуҡҡа эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы уртаса килемдән ике тапҡыр түбән булған ғаиләләр эйә була (быға тиклем түләү уртаса килеме баланың йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнгәйне).
Әгәр уҙған йылда айлыҡ түләүҙе 8 мең ғаилә алһа, 2020 йылдың тәүге яртыһына был социаль ярҙам сараһы 9 мең ғаиләгә дөйөм 1,11 млрд һум итеп бирелде. Быйыл был социаль ярҙам сараһын 25 мең балаға таратыу планлаштырыла.
Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 8993 һум тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Министрлығы менән өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйыу процедураһы бара. Был түләүҙәр киләсәктә тулы күләмдә башҡарыласаҡ.
Шулай уҡ кемдәрҙең түләү ваҡыты 2020 йылдың 4 апреленән 31 августҡа тиклем туҡтаған, улар автоматик рәүешә 6 айға оҙайтылған. Тәү ғариза биреү осраҡтарында теркәү урыны буйынса социаль яҡлау үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән баланың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, ата-әсәнең паспорттары һәм килем тураһында белешмә булыуы мотлаҡ.
Читайте нас: