Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2020, 13:11

Волга буйы Федераль округы буйынса «Киләсәк уҡытыусыһы» конкурсында финалға сығыусы 12 команда иғлан ителде

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» платформаһының «Киләсәк уҡытыусыһы» профессиональ конкурсы етенсе ярымфиналын тамамланы. Волга буйы Федераль округы буйынса ҡатнашыусылар бәйгеһе Башҡортостан Республикаһының Мәғариф үҫтереү институтында 11-13 сентябрҙә уҙғарылды.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ВВПутин#Путин#КиләсәкУҡытыусыһы#РоссияСтранаВозможностей

Волга буйы Федераль округы буйынса «Киләсәк уҡытыусыһы» конкурсында финалға сығыусы 12 команда иғлан ителде.
«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» платформаһының «Киләсәк уҡытыусыһы» профессиональ конкурсы етенсе ярымфиналын тамамланы. Волга буйы Федераль округы буйынса ҡатнашыусылар бәйгеһе Башҡортостан Республикаһының Мәғариф үҫтереү институтында 11-13 сентябрҙә уҙғарылды.
3 көнлөк ярымфинал барышында Волга буйы Федераль округының 12 төбәктәренән килгән уҡытыусыларға таныштырыу, идея, тәжрибә менән уртаҡлашыу, спикерҙарҙың лекцияһын тыңлау һәм һынауҙар үтеү саралары булдырылды. Ярымфинал һөҙөмтәләре буйынса 12 иң яҡшы команда билдәләнде. Пермь өлкәһенән 3 команда, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан һәм Нижегород өлкәһенән 2-шәр команда, Башҡортостан Республикаһынан, Пенза һәм Һамар өлкәләренән 1-шәр команда финалға үтте. Улар «Киләсәк уҡытыусыһы» конкурсының финалында еңеү өсөн көрәште дауам итәсәк. Ярымфиналдың 2-се көнөндә ҡатнашыусылар алдында публицист һәм Рәсәй әҙәби тәнҡитсеһе, фантастика тикшеүсеһе, социолог, хәрби тарихсы, «Белемле реактор» методикаһы авторы Сергей Переслегин «Киләсәк уҡыусыһы арсеналы» темаһына сығыш яһаны.
«Миңә был конкурс айырым уҡытыусылар менән түгел, ә командалар менән эш итеүе яғынан оҡшаны. Бөгөнгө донъя – командалар донъяһы! Мәктәп уҡытыусылары ла командалар менән эшләй. Ошондай форматтағы саралар һәр бер уҡытыусыға бер-береһе менән аралашыу, дөйөм мәғлүмәт яланында ойоштороу, үҙеңә ниндәйҙер билдәле бер көстәрҙең өлөшө итеп тойоу мөмкинселеген бирә, – тип Сергей Переслегин үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Кеше ҡулланылышындағы иң көслө һәм иң ышаныслы ҡорал – фекерләү булып ҡала! Шул уҡ ваҡытта фекерләү утилитар түгел, фекерләү һөҙөмтәгә йүнәлтелмәгән икәнлеген күҙ уңында тоторға кәрәк. Фекерләү кешенең үҙ-ара аралашып йәшәүендә генә булышлыҡ итә. Мин уҡытыусыларға фекер йөрөтөргә һәм балаларҙы фекерләүгә өйрәтеүҙәрен теләйем».
Конкурс «Мәғариф» милли проектының «социаль лифттар һәр кеше өсөн» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Фото һәм мәғлүмәт "Башинформ" сайтынан алында.
Читайте нас: