Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2020, 15:03

Республика Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә яңы мәктәптәр асылыуы хаҡында мәғлүмәт теркәне.

"Карантин артта ҡала, тормош дауам итә, ә балалар яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш"#АғиҙелЖурналы#Ағиҙел#НацПроекты#РадийХәбиров#РадийХабиров#ЯңылыҡтарАғиҙел

Республика Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә яңы мәктәптәр асылыуы хаҡында мәғлүмәт теркәне.
“Эш сәфәремдә халыҡ менән аралашҡанда күберәк яңы мәктәптәр кәрәклеге хаҡында һүҙ сыға. Ковид менән бәйле бюджет мәсьәләләренә ҡарамаҫтан, беҙ артабан да мәктәптәр төҙөү эшен дауам итәсәкбеҙ. Сентябрь айында ике мәктәп астыҡ: Өфө районында - Чесноковка ауылында өҫтәлмә 160 урынлы балалар баҡсаһы булған 640 урынлы мәктәп һәм Жуков ауылында 365 урынлы мәктәп. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың “Шахтау” биҫтәһендә, Ҡыйғы районының Ләүйылға, Балтас районының Штәнде, Балаҡатай районы Айҙаҡай, Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылдарында мәктәптәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Яңауыл мәктәп-интернаты төҙөлдө. Капиталь ремонттан һуң Бишбүләк районының Дим ауылында мәктәп асылыуы ла айырыуса ҙур ваҡиға.
Шулай уҡ йыл аҙағына Өфө районының Михайловка һәм Зубов ауылдарында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән ҙур мәктәптәрҙе, Шаран районы Шаран ауылындағы башланғыс мәктәпте һәм Нуриман районынынң Первомайск ауылындағы мәктәпте тапшырырға йыйынабыҙ. Карантин артта ҡала, тормош дауам итә, ә балалар яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш”, - тип теркәне уҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт һәм фото Республика Башлығының социаль селтәрҙәренән алынды.
Читайте нас: