Теркәлгән үҙгәрештәр буйынса, 15 сентябрҙән йәштәр клубы, түңәрәктәр, секциялар үҙ эшен башлай ала.
Рәсәй футбол Премьер-Лигаһы мачтары, Континенталь хоккей лигаһы һәм башҡа 2020/2021 йылдағы профессиональ спорт командалары араһындағы Рәсәй чемпионаты матчтарын санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәлеүҙә һәм тамашасылар трибунаһын 50%-тан арттырмай тултырыу шартында ғына үткәреү рөхсәт ителә.
Шулай уҡ 18 йәштән өлкән спортсыларға Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығының төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштары буйынса берҙәм календарь планына индерелгән рәсми физкультура һәм спорт сараларында ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәлеүҙә һәм тамашасылар трибунаһын 50%-тан арттырмай тултырыу шартында ғына үткәреү рөхсәт ителә.