Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:28

"Миловка паркы" өлөшсөләре хаҡында.

Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе етәксеһе Марат Әхмәҙуллин Өфө районындағы "Миловка паркы" торлаҡ комплексы өлөшсөләренең барлыҡ һорауҙарына яуап биргәндән һуң 88 көн эшләп килгән палаткалы лагерь эшмәкәрлеген туҡтатты. Бының турала өлөшселәрҙең береһе Никита Синцов хәбәр итте.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ВВПутин#Өлөшсөләр#Дольщики#МиловкаПаркы

Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе етәксеһе Марат Әхмәҙуллин Өфө районындағы "Миловка паркы" торлаҡ комплексы өлөшсөләренең барлыҡ һорауҙарына яуап биргәндән һуң 88 көн эшләп килгән палаткалы лагерь эшмәкәрлеген туҡтатты. Бының турала өлөшселәрҙең береһе Никита Синцов хәбәр итте.
«Марат Әхмәҙуллин «Миловка паркы» буйынса ситуацияны шәхси контролгә алырға вәғәҙә бирҙе, — тип «Бәйләнештә» селтәрендә Никита Синцов яҙҙы. — Өлөшсөләр үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып ваҡиғалар үҫешен күҙәтергә килештеләр».
Синцов һүҙҙәре буйынса, конкурс идарасыһы Алһыу Мардамшина «Өлөшсөләрҙе компенсация түләү һәм объектты яңы төҙөүселәргә тапшырыуға тиклем әйҙәргә вәғәҙә итте».
«Эйе, ысынлап та, бөгөнг "Миловка паркы" өлөшсөләре менән палаткалы лагерь форматындағы акцияны туҡтатыу хаҡындағы килешеү төҙөлдө, — тип «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин аңлатма бирҙе. — "Миловка паркы" торлаҡ комплексы буйынса кәрәкле документтар Федераль Фонд идаралығына ебәрелде. Әйтеп үтергә кәрәк, документтар йыйыу буйынса бик ҡатмарлы эш башҡарылды. Конкурс идарасыһына, өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төбәк фонды һәм әлбиттә өлөшсөләрҙең үҙҙәренә ҙур рәхмәт һуҙҙәрен еткергем килә. "Миловка паркы" торлаҡ комплексының Күҙәтеү буйынса Советы ҡарар ҡабул иткәндән һуң граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙы финанслау хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ошо маҡсаттарға Республиканан финанслау юлы ҡаралған».
Фото һәм мәғлүмәт "Башинформ" сайтынан алынды.

#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#ВВПутин
#Өлөшсөләр
#Дольщики
#МиловкаПаркы
Читайте нас: