Республика Башлығы Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубының эшмәкәрлеген финанслау буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүгә, хужалыҡ ихтыяжына, коммуналь түләүҙәргә һәм ярыштар уҙғарыуға тотонола ала.
Өфө хоккей клубы үҙ сиратында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәбе ойошторорға, чемпионаттарҙа ҡатнашыуға рөхсәт алырға, физкультура һәм спорт өлкәһендәге заманса һәм тәжрибә программаларында, шулай уҡ дәүләт гранттары конкурстарында ҡатнашырға тейеш.
Бынан тыш, клубтың һалым түләүҙә, страховкала бурыстары булмаҫҡа һәм реорганизация йә банкротлыҡ процедураларына тарылмаҫҡа тейеш.
Мәғлүмәт һәм фото Башинформ сайтынан алынды.