Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 20:59

Ишембай районы Башлығына иҫкәрмә эшләнде.

10 сентәбрь Ишембай ҡалаһының Район Советы депутаттары ултырышында Администрация етәксеһе Азамат Абдрахмановтың Муниципаль хеҙмәтсе этикаһын боҙоуы хаҡында күҙәтеү тыңланды.

10 сентәбрь Ишембай ҡалаһының Район Советы депутаттары ултырышында Администрация етәксеһе Азамат Абдрахмановтың Муниципаль хеҙмәтсе этикаһын боҙоуы хаҡында күҙәтеү тыңланды.
Азамат Абдрахманов Ҡуштауҙағы рөхсәтһеҙ протест акцияһы барышындағы ҡылған хатаһы өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейешлеген депутаттар асыҡланы. Әммә ләкин был эште социаль селтәрҙәге ҡотҡоға бирелмәйенсә эшләр кәрәк. Һөҙөмтәлә, депутаттар Район Башлығына иҫкәрмә сығарырға ҡарар ҡабул иттеләр.
«Мин Ҡуштауҙы яҡлаусыларға ҡаршы сығыш яһаманым. Унда, ысынлап та, яҡшы кешеләр, Радий Фәрит улы әйтмәксе, романтиктар булдылар. Улар араһынан йөҙәрләгән кешене мин үҙ яуаплылығым өҫтөнә алдым, полиция хеҙмәткәрҙәре менән уларҙы ҡулға алмаҫҡа килештек. Улайһа ҡулға алыныусылар һаны күпкә ашыр ине. Был сараны ойоштороусылар романтиктар, аҫыл күңелле кешеләр түгел ине. Таралған видеояҙмалар ҙа – манипуляция һәм монтаж. Унда миңә ҡарата ҡаты өндәшкән өлөшө юҡ. «Һин – башҡорт түгел» тигән кеүек йәберләүҙәр булғайны. Ә алдан минең ҡулдан Рәсәй флагын тартып алыусы радикалдар менән эләгешергә тура килде!(Ә был күренеш үҙе үк тәртипһеҙлек). Мин үҙем Башҡортостандың үҫеше яҡлымын. Шуға күрә кешеләрҙе Рәсәйҙә эшмәкәрлеге тыйылған, законһыҙ эшләгән ойошмаларға тыныс ҡарай алмайым. Мин Башҡортостандың шовинизм менән сикләнгән милләтселеккә китеүен түгел, ә үҫешен, сәскә атыуын теләйем», — тине Азамат Абдрахманов.

Читайте нас: