Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 19:17

Эшлекле башҡорт теле

Бөгөн «Башинформ» агенствоһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Эшлекле башҡорт теле» тип исемләнгән уҡыу әсбабының исем туйын үткәрҙе. Был китап 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Башлығы грантына тормошҡа ашты.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НацПроекты#БашИнформ#ЭшлеклеБашҡортТеле#БашҡортТеленҺаҡлауҺәмҮҫтереүФонды#БашФонд#ФондСохраненияИразвитияБашкирскогоЯзыка

«Эшлекле башҡорт теле»

Бөгөн «Башинформ» агенствоһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Эшлекле башҡорт теле» тип исемләнгән уҡыу әсбабының исем туйын үткәрҙе. Был китап 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Башлығы грантына тормошҡа ашты.

Китап өҫтөндә эш бер йылдан ашыу барҙы. Баҫма ике өлөштән тора: береһе — «Эшлекле башҡорт теле» уҡыу әсбабы, икенсеһе — рәсми ҡағыҙҙарҙың башҡорт телендә төҙөлгән өлгөләре. Был китап чиновниктарҙың, офис хеҙмәткәрҙәренең, киң мәғлүмәт сараларының даими белешмә сығанағына әйләнер, тип ышанабыҙ. Беҙгә филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина кеүек ғалимдар менән эшләү бәхете тейҙе. Рәсми-эшлекле лексика һүҙлеге Нурия Ишмөхәмәт ҡыҙы Әсәҙуллина тарафынан төҙөлгән.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеге Гөлназ Йосопова дөрөҫ команда йыйыу проекттың иң ауыр һәм яуаплы өлөшө булғанын асыҡланы. Әммә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, Гөлфирә Риф ҡыҙы һәм Нурия Ишмөхәмәт ҡыҙы кеүек ғалимдар менән берлектә проект үҙенең тапшырылыу көнөнән ике ай алда тормошҡа ашты. Шулай уҡ Гөлназ Йосопова башҡортса-русса тексттарҙы тәржемә итеү буйынса интернет портал булдырыу проекты грант еңеүе хаҡында әйтеп үтте.

«Эшлекле башҡорт теле» әсбабтарын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында алырға була.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт, 6-сы ҡат, 603-сө бүлмә.
Читайте нас: