Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 18:46

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында.

9 сентябрҙә башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районына юлланды. Төбәк етәксеһе социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, төҙөкләндереү барышы менән танышты, халыҡ менән территорияны үҫтереү мөмкинселектәрен тикшерҙе.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#РадийХәбиров#Иҡтисад#Баймаҡ#НацПроекты

9 сентябрҙә башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районына юлланды. Төбәк етәксеһе социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, төҙөкләндереү барышы менән танышты, халыҡ менән территорияны үҫтереү мөмкинселектәрен тикшерҙе.
Республика Башлығы Ярат ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу тантанаһында ҡатнашты, унда 300-гә яҡын кеше медицина ярҙамы аласаҡ.
"– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле баймаҡтар. Бында күптән килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә барҙым, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Бөгөн матур итеп ФАП-ты асайыҡ. Аҙаҡтан, бөгөн мин бында көнө буйы эшләйем, һорауҙар булһа, әйҙәгеҙ бергәләп һөйләшеп алайыҡ," – тине Радий Хәбиров.
Фермер хужалығы етәксеһе Айҙар Мурзакаев билдәләүе буйынса республика етәксеһе ауыл тарихында тәүге тапҡыр килгән. Шуға күрә ауыл халҡы өсөн был көн икеләтә иҫтәлекле.
Баймаҡтың Үҙәк ҡала больницаһының баш табибы Әлиә Зөлкәрнәева һүҙҙәре буйынса һуңғы ике йыл эсендә яңы ФАП-тар Ишберҙе, Семеновск һәм Түбәнге Иҙрес ауылдарында төҙөлдө. Медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә, ашығыс медицина ярҙамы автопаркы яңыртыла.
Шулай уҡ Республика Башлығы урындағы халыҡ менән уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынсә әңгәмә ҡорҙо. Төп һөйләшеү темалары – беренсел медицина ярҙамын камиллаштырыу, социаль һәм юл инфраструктураһы үҫтереү, газ менән йыһазландырыу. Радий Хәбиров 2021 йылда газ үткәрә башлау, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл төҙөлөшөнөң проекты әҙерләргә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға ауылда һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Шулай уҡ халыҡты айырсыуса төп борсоған проблемаларҙың береһе – 12 километр оҙонлоғондағы Күсей һәм Әбйәлил районындағы Хәлил ауылын тоташтырыусы юл торошо.
– Беҙ ҡарар ҡабул иттек: ремонт эшләү менән генә был мәсәләне хәл итеп булмаясаҡ, яңынан юл һалабыҙ. Быйыл проект төҙөүгә бағышланһа 2021 йыл аҙағына, бюджетты тулыландырыуҙың ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, юлды төҙөйәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт һәм фото https://glavarb.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: