Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 15:22

Федераль кимәлдә яңы еңеүҙәр.

Башҡортостан Республикаһынан «Рәсәй Лидерҙары» идарасылар конкурсында еңеү яуланы Арсен Әйүповҡа 1 000 000 һумлыҡ сертификат бирелде.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ЛидерыРоссии#ДеятельностьПрезидентаРФ#ВВПутин#РәсәйЛидерҙары

Башҡортостан Республикаһынан Арсен Әйүпов идарасыларҙың «Рәсәй Лидерҙары» конкурсында еңеү яуланы. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендәге шәхси битендә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.
Әйүповҡа күңеле ятҡан Рәсәй ВУЗдарында белем алыу мөмкинселеге бирелде. Ошо мөмкинселекте тормошҡа ашырыуға 1 000 000 һумға сертификат бирелгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл Төбәк кимәлендә үткәрелгән «Башҡортостан Лидерҙары» конкурсының 2 еңеүсеһе Федераль кимәлдә Республика данын яҡлай. Республика Башлығы шулай уҡ төбәк кимәленең етешһеҙлектәрен билдәләп үтте. Уның һүҙҙәре буйынса, республикала еңеүселәр һәм эш биреүсе етәкселәр араһында асыҡ бәйләнеш юҡ.
Фото һәм мәғлүмәт Республика Башлығының социаль селтәрҙәренән алынды.
Читайте нас: