Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 10:40

Башҡортостанда власть сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн түләү элеккесә ҡала тип хәбәр итә.

Башҡортостан хөкүмәте, сентябрь ауыйда сүп-сар сығарыу өсөн түләү хаҡы элеккеса ҡала, тип хәбәр итте. Республиканың коммуналь хужалыҡ Министры Борис Беляев элегерәк белдерелгән күтәренке суммалы квитанциялар халыҡҡа еткерелмәне тип асыҡланы. Төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтмәйенсә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуйған. Әлегә хаталы квитанциялар кире ҡайтарыла. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НацПроекты#РадийХәбиров#Хөкүмәт

Башҡортостан хөкүмәте, сентябрь ауыйда сүп-сар сығарыу өсөн түләү хаҡы элеккеса ҡала, тип хәбәр итте. Республиканың коммуналь хужалыҡ Министры Борис Беляев элегерәк белдерелгән күтәренке суммалы квитанциялар халыҡҡа еткерелмәне тип асыҡланы. Төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтмәйенсә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуйған. Әлегә хаталы квитанциялар кире ҡайтарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәгәндәр бер кеше өсөн 70 һум һәм шәхси секторҙа 35-70 һум түләй ине.
7 сентябрҙә, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы хаҡтар әйтелде: Өфөләге “Спецавтохужалыҡ” муниципаль предприятиеһы күп фатирлы йорттар өсөн бер кешенән 75 һум һәм шәхси йорттар өсөн 76 һум хаҡ билдәләгән, "Дюртюлимелиоводстрой" – күп фатирлы йорттар өсөн 96 һәм шәхси йорттарға 77 һум, “Экосити” – күп фатирлы йорттарға 94 һәм һәм шәхси йорттар өсөн 96 һум, “Экология Т” – күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә 95 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн 96 һум.
"Билдәләнгән ошо хаҡтар сик булып тора, һәм әлегә халыҡҡа был квитанцияларҙы ебәрмәй торалар, – тине Борис Беляев. – Радий Хәбиров әйтеүенсә, сумманы Тарифтар буйынса комитет раҫлаған сиккә күтәреүе әле иртәрәк. Уның фекерләүенсәтәүҙә төбәктә сүп-сар реформаһы торошон яҡшыртырға кәрәк".
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәлде анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушылды. Яңы хаҡтар буйынса һуңғы ҡарар 14 сентябрҙә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә билдәләнеләсәк.
Фото Башинформ сайтынан алынды.
Читайте нас: