Республика кимәлендә үткәрелгән «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 25 000 ағас ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта вице-премьер Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ Министры – Борис Беляев Башҡортостан Республикаһының аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Акция санитар-эпидемиологик талаптарға яраштарылып 19-26 сентябрҙә үткәрелә. Был акцияла бөтә республикала 91 мең кеше ҡатнашыуы фаразландырыла.
Борис Беляев билдәләүенсә, быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцйияһын Федераль кимәлдәге «Йәшел Рәсәй» экологик өмәһе менән берләштерәсәктәр. Бөтә илдә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә миллионға яҡын ағас ултыртасаҡтар. Был сара Гиннес рекордтар китабына кеше күләме менән иң ҙур экологик сара исеменә дәғүә итә.
Радий Хәбиров 26 сентябрь көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында Башҡортостан Хөкүмәте ағзаларына, республиканың власть органдары етәкселәренә, муниципалитеттар башлыҡтарына һәм депутаттарға ҡатнашырға тәҡдим итте.