“Миловка паркы” торлаҡ комплексы өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау Федераль фонды иҫәбенә төҙөлөп бөтөүе көтөлә. Республиканан фондҡа аҡсалата өҫтәлмә ярҙам юллау өсөн ғариза ебәрелгән. Сентябрҙең аҙағына хәтлем был документ буйынса ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров ойошторған, төҙөкләндереүгә бағышланған ултырышта Госстрой етәксеһе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итте.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Башлығы хәкимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Башировҡа «Шота Руставели» урамының уртаһындағы ни өсөн ихаталар менән берлектә бейек бина төҙөлөүен асыҡларға ҡушты.
– Ихата уртаһына күп фатирлы йорт “тығыу” осраҡтары миңә бик оҡшамай, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәлә һәр яҡлап тикшерелергә тейеш, яңы төҙөлөш обьекттарын тирә-яҡтағы биналар менән яраҡлаштырып урынлаштырыу буйынса объектив ҡараш кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бында йәшәгән кешеләрҙең төҙөлөш пландарына “баҫым” яһауына ла юл ҡуйырға ярамай. Бөтә нимә лә балансҡа ярашлы булырға тейеш.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#РадийХәбиров
#НацПроекты
#Өлөшсөләр
#Төҙөкләндереү