Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 17:32

Айтуған Аҡманов: «Стилләштерелгән милли костюм хаҡтары кеҫәгә һуғырға тейеш түгел.»

11 сентябрь Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. «Башинформдың» Мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы вице-президенты, тарих, этнография һәм археология буйынса ғилми совет рәйесе, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов менән әңгәмә ҡорҙо.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ФәндәрАкадемияһы#МиллиКейемКөнө#БашИнформ#Мәғлүмәт

Айтуған Аҡманов: «Стилләштерелгән милли костюм хаҡтары кеҫәгә һуғырға тейеш түгел»
11 сентябрь Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. «Башинформ»дың» Мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы вице-президенты, тарих, этнография һәм археология буйынса ғилми совет рәйесе, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов менән әңгәмә ҡорҙо.
Әңгәмә барышында Айтуған Аҡманов йылына ике тапҡыр уҙғарылған Милли кейемдәр көнө хаҡында һорауҙарға яуап бирҙе, байрамға һәм милли кейемдәргә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе. Айтуған Ирек улы Милли кейем көнөнөң Башҡортостан сәйәсәтенә, халыҡ-ара дуҫлыҡты, теләкләшлекте арттырыуға, шулай уҡ башҡорт халҡының тарихына иғтибарҙы күбәйтеүгә бик ҙур йоғонто яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ башҡорт милли кейемдәренең заманса башҡарылыуы, уларҙы кейем магазиндарында күпләп һатылыуы бөгөнгө көн шарттарында уңышлы булыр ине тип билдәләне. – Заманса стилләштерелгән милли костюм хаҡтары кеҫәгә һуғырға тейеш түгел. Эшҡыуарҙар өсөн был бик перспективалы индустрия. Был өлкәгә бәйле бизнес-проекттарҙы төрлө гранттар иҫәбенә лә ойошторорға мөмкин. Беҙ рухи өлкәгә бик ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, әммә театрҙың элгестән башланыуын да оноторға ярамай. Әгәр ҙә кибеттәрҙә төрлө халыҡтарҙын милли кейемдәре урын алһа, улар кәштәләрҙә һис кенә лә саңланып ятмаҫ ине, – тине Айтуған Аҡманов.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#ФәндәрАкадемияһы
#МиллиКейемКөнө
#БашИнформ#Мәғлүмәт
Читайте нас: