Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 15:44

Республика мәктәптәрендә йылы ризыҡ менән туҡланыу нисек ойоштороласаҡ?

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Рәсәй Федерацияһы Президентының илдәге барлыҡ мәктәптәрҙә бушлай йылы ризыҡ менән туҡланыу менән тәьмин итеү тураһындағы ҡарары сиктәрендә Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе буйынса республика менюһының 3 вариантын тәҡдим итте. Улар барыһы ла "Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге" экспертизаһын һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы һәм яраштырыу процедураларын уңышлы үтте.

Муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте, бөтә өс вариантты ҡарап, һәр районда үҙҙәренә уңайлыһын һайланы.
Федераль ҡәнуниәт талаптарына ярашлы, меню рәсми сайттарҙа урынлаштырыласаҡ.
9 Муниципаль район 1-се вариантты, 27 район -- 2-се вариантты һәм 27 район -- 3-сө вариантты һайланы.
Санитар ҡағиҙәләр һәм нормаларға ярашлы, көн режимын иҫәпкә алып, 1-се сменала уҡыусы һәр бала иртәнге аш менән тәьмин ителергә тейеш (мәктәптә 6 сәғәттән кәм йөрөгән бала 1 тапҡыр ҡайнар туҡланыу менән тәьмин ителә), 2-се сменала уҡыусы балалар иһә төшкө аш бушлай буласаҡ.
Иртәнге ашта ҡабымлыҡ, ҡайнар эсемлек һәм ҡайнар аш булырға тейеш. Шулай уҡ йәшелсә һәм емеш-еләк индереү ҙә тәҡдим ителә.
Төшкө аш та ҡабымлыҡ, беренсе, икенсе блюдолар (төп эҫе ризыҡ: ҡыҙыл ит, балыҡ йәки ҡош ите) һәм татлы ашамлыҡтарҙан торасаҡ.
Беҙҙең төбәктә федераль һәм республика бюджеты иҫәбенән 1-4 класс уҡыусылары һәм күп балалы ғаиләнән 5-11 класс уҡыусылары көнөнә бер тапҡыр бушлай ҡайнар туҡланыу менән, ә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар ике тапҡыр бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә.
Бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу менән ҡәнәғәт булмаған ата әсәләр Мәғариф һәм фән министрлығының "ҡыҙыу линия" телефонына мөрәжәғәт итә ала: +7 (347) 292-11-52.
Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома: 09:00-18:00, аш тәнәфес: 13:00-14:00
#НацПроекты

Читайте нас: