Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 19:13

«Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең уҙенсәлеген сағылдыра»

11 сентябрҙә башҡорт милли кейеме көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында түңәрәк өҫтәл үтә.

11 сентябрҙә башҡорт милли кейеме көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында түңәрәк өҫтәл үтә. Сара милли кейемгә, унда халыҡтың донъяға ҡарашының сағылышына арнала.

Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаясаҡ, милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр яһау оҫталығын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән шәхестәр докладтары менән таныштырасаҡ. Улар араһында “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлиә Янбаева, педагог, филология фәндәре кандидаты, “Башҡорт түшелдеректәре” китабы авторы Азат Ғарипов, Милли музейҙың этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, Республика халҡ ижады үҙәгенең фольклор бүлеге етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина, “Төньяҡ амурҙары” тарихи хәрәкәт ойоштороусыһы һәм етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм башҡалар.
Түңәрәк өҫтәлдә башҡорт милли биҙәүестәренә, уларҙы заманса эшләү юлдарына, килеп сығышын тикшереүгә ҙур иғтибар бүленәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған #МинеңМиллиБиҙәүесем флэш-мобына йомғаҡ яһаласаҡ.
Түңәрәк өҫтәл 11:00 сәғәттә башлана.
#МинеңМиллиБиҙәүесем
#АғиҙелЖурналы
#Ағиҙел
#Мәҙәниәт
#Башҡортостан
#НацПроекты
#ТүңәрәкӨҫтәл
Читайте нас: