2019-2020 йылда Республикала 65 мәктәп стоматология бүлмәләре асылды. Был хаҡта 7 сентябрь Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Планлы санацияның һөҙөмтәһе буйынса 2020 йылдың беренсе кварталында белгестәр 11 меңдән ашыу уҡыусыны тикшерҙе. Уларҙың өстән ике өлөшөнә ярҙам кәрәк икәнлеге асыҡланды.
– Әгәр ундағы ишектәр йоҙаҡҡа бикле булһа, бик ныҡ асыуланасаҡмын, – тине Радий Хәбиров. – Республика был проекттҡа ҙур аҡса бүлде һәм беҙ район етәкселәре менән берлектә стоматология бүлмәләренең эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ. Сөнки ҡай саҡ мәктәп ауылда теш дауалай торған берҙән-бер урын.
Республика Башлығы 500-700 кеше йәшәгән ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәләрен асыуҙы дауам итергә күрһәтмә бирҙе.
– Ҡалаларҙа был мәсьәлә менән муниципаль власть шөғөлләнергә тейеш, ә беҙҙең ихтибарҙа ауыл балалары булыр, – тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров.
#РадийХәбиров
#ҺаулыҡҺаҡлау
#НацПроекты
#Сәйәсәт
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы