Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 19:22

"АЙЫУ ҠОҘОҒО" БҮЛӘГЕ

Федераль программалар сиктәрендә Өфөнөң музыка мәктәптәре музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә башланы. Шуға ярашлы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәте мәктәбе "Каwai" (Япония) маркалы юғары класлы профессиональ рояль һәм пианинолар , скрипкалар, баяндар, аккордеондар,, виолончелдар, саксофондар, домралар, балалайкалар, контрабас балалайкалар, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарынан ҡыл-ҡумыҙҙар, башҡорт думбыраһы, ҡурайҙар, шулай уҡ уҡыу әсбаптары алыуға өлгәште.Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Хәйбулла районының Әбеш ауылынан да сәнғәт мәктәбенә бүләктәр килеп төштө. Нимә тип уйлайһығыҙ? (Артабан — сайтта) "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 361-се күҙәтеү. #Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҒүмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем

Федераль программалар сиктәрендә Өфөнөң музыка мәктәптәре музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә башланы. Шуға ярашлы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәте мәктәбе "Каwai" (Япония) маркалы юғары класлы профессиональ рояль һәм пианинолар , скрипкалар, баяндар, аккордеондар,, виолончелдар, саксофондар, домралар, балалайкалар, контрабас балалайкалар, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарынан ҡыл-ҡумыҙҙар, башҡорт думбыраһы, ҡурайҙар, шулай уҡ уҡыу әсбаптары алыуға өлгәште.
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Хәйбулла районының Әбеш ауылынан да сәнғәт мәктәбенә бүләктәр килеп төштө. Нимә тип уйлайһығыҙ?

Әлбиттә, ҡурайҙар, дөрөҫөрәге, үлән ҡурайҙар. Уларҙы ауылдың арҙаҡлы ир-уҙаманы, уҡытыусы, халҡыбыҙҙың моңона хайран йәнле аҫыл зат Камил Ниғмәт улы Илембәтов ебәрҙе. Ҡайҙа ҡайҙа йыйған ул был ҡурайҙарҙы — мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов ҡурай йыйырға яратҡан "Айыу ҡоҙоғо" тигән ерҙән. "Исмаһам, ысын ҡурайҙың нисек булғанын тотоп ҡараһындар", — тине Камил Ниғмәт улы ошо хазинаны сәнғәт мәктәбенә юллаған саҡта.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәте мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев ҡурайҙарҙы ҡосағына алғас, атҡа менгән балалай ҡыуанып тиҙерәк мәктәбенә алып барып коллегаларын һәм сәнғәт мәктәбе уҡыусыларын һөйөндөрөргә ашыҡты. Киләсәктә ҡурайҙарҙың бер өлөшө мәктәптең музейында урын аласаҡ.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 361-се күҙәтеү.
Читайте нас: