Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 13:40

Башҡорт либреттоһы булһын тиһәң!

Иғтибар! Ҡәләм оҫталарына һәм дә күңелдәрендә ижад осҡоно булған йәштәргә оҫталыҡтарын арттырыу һәм үҙҙәрен һынау өсөн шәп бер яй сығып тора. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә "Хәҙерге башҡорт операһы лабораторияһы" тип аталған өр-яңы проекттың юл алыуы хаҡында иғлан итте. Буласаҡ лаборатория Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү, популярлаштырыу, шулай уҡ башҡорт телендә яҙышҡан ҡәләм оҫталарын табыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған. Проекттың һөҙөмтәһе булып сәхнәлә, ниһайәт, тәрән мәғәнәле, креатив яңы башҡорт операһы яңғырар тип өмөт ителә!

Иғтибар! Ҡәләм оҫталарына һәм дә күңелдәрендә ижад осҡоно булған йәштәргә оҫталыҡтарын арттырыу һәм үҙҙәрен һынау өсөн шәп бер яй сығып тора. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә "Хәҙерге башҡорт операһы лабораторияһы" тип аталған өр-яңы проекттың юл алыуы хаҡында иғлан итте. Буласаҡ лаборатория Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү, популярлаштырыу, шулай уҡ башҡорт телендә яҙышҡан ҡәләм оҫталарын табыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған. Проекттың һөҙөмтәһе булып сәхнәлә, ниһайәт, тәрән мәғәнәле, креатив яңы башҡорт операһы яңғырар тип өмөт ителә!Был сара сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының билдәле театр сәнғәте белгестәре тарафынан бушлай оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәреләсәк. Иң шәп либретто авторына аҡсалата бүләк тә ҡаралған. Лабораторияла ҡатнашырға дәрт итеүселәргә 10 сентябргә тиклем [email protected] адресы буйынса регистрация үтеү мотлаҡ.Тулыраҡ мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса танышып була: https://bashopera.ru/laboratory/. Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: