Ағиҙел
-3 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 18:17
Әсәй-апай
Атайымдың бер туған апаһы Нурия инәйем быйыл йәй 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ысын мәғәнәһендәге ағинәй булды ул. Ҡулы ла шифалы булды, хатта мәктәптәге түңәрәктә балаларға имләү, һылау, ҡот ҡойоу серҙәрен төшөндөрөп һабаҡтар ҙа бирҙе. 90 йәше тулған сағында ла бер сәғәт эсендә ауыл янындағы урмандан бер биҙрә еләк сүпләп килтереп тә беҙҙе таң ҡалдырҙы. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булды инәйебеҙ.Ысын донъялағы төп йортҡа ҡайтыр алдынан ул: "Миңә Үтәбаев Ғүмәр ҡустым кәрәк", — тигән һүҙҙәр ҙә әйткән. Мине иң ныҡ аптыратҡаны Нурия инәйемдең үҙ әсәһенә, Тайфа ҡәрсәйебеҙгә "апай" тип өндәшеүе ине. Әсәйгә апай тип өндәшеүҙең сәбәп-серен яңыраҡ ауылға ҡайтҡанда асыҡланым һәм тетрәнеү кисерҙем(Артабан — сайтта)
Атайымдың бер туған апаһы Нурия инәйем быйыл йәй 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ысын мәғәнәһендәге ағинәй булды ул. Ҡулы ла шифалы булды, хатта мәктәптәге түңәрәктә балаларға имләү, һылау, ҡот ҡойоу серҙәрен төшөндөрөп һабаҡтар ҙа бирҙе. 90 йәше тулған сағында ла бер сәғәт эсендә ауыл янындағы урмандан бер биҙрә еләк сүпләп килтереп тә беҙҙе таң ҡалдырҙы. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булды инәйебеҙ.
Ысын донъялағы төп йортҡа ҡайтыр алдынан ул: "Миңә Үтәбаев Ғүмәр ҡустым кәрәк", — тигән һүҙҙәр ҙә әйткән. Мине иң ныҡ аптыратҡаны Нурия инәйемдең үҙ әсәһенә, Тайфа ҡәрсәйебеҙгә "апай" тип өндәшеүе ине. Әсәйгә апай тип өндәшеүҙең сәбәп-серен яңыраҡ ауылға ҡайтҡанда асыҡланым һәм тетрәнеү кисерҙем.
Әсәйгә — апай, атайға — ағай, тип өндәшеү балаларҙы ҡотҡарыу маҡсатынан килеп сыҡан икән. Белеүебеҙсә, Октябрь инҡилабы, кулактарҙы ситкә һөрөү, шәхес культы афәте өлкәндәр менән бер рәттән балаларҙы ла аямаған. "Ҡара этап" арбаларына улар ҙа тейәлеп себерҙәргә оҙатылған. Балаларын йәшәгән урындарында ҡалдырыу өсөн дә атайҙар үҙҙәренә "ағай", әсәйҙәр "апай" тип өндәшергә өйрәткән дә инде. Күптәр ошондай хәлдәрҙе алдан һиҙеп, хатта үҙҙәренең фамилияларын да алмаштырған.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 361-се күҙәтеү.
#Ағиҙелжурналы
#ӘхмәрҒүмәрҮтәбай
#Меңдәберкүҙәтеүем
яҙмаларынан 361-сы күҙәтеү
Читайте нас: