Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 16:21

Республикаға вакцина килеп етте.

Башҡортостан оло йәштәге халыҡты грипптан һаҡауға беренсе вакцина партияһын алды.

1 сентябрь Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына 516610 доза кимәлендә СОВИГРИПП®️ вакцинаһы таратылды. Уларҙы организмда иммунинтет булдырыу өсөн студенттарға, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡошсолоҡ предприятиеһы, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшселәренә, башҡа хәүеф төркөмө кешеләренә, шул иҫәптән стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәренә, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ойшомаларына таратыла.
Республикала барлығы 60%-тан ашыу кешега прививка эшләнеләсәк.
- Көҙ-ҡыш осоронда респиратор ауырыусылар һаны арта бара. Шуға күрә Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәренә айырыуса яуаплы ҡарау мөһим. Шул ниәттән вакцинацияны әҙем үтеүҙе һорайым. Киҙеүҙән вакцина эшләтеү сараһы беҙҙә бушлай уткәрелә. Шуға күрә барығыҙға ла йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеуегеҙ һорала, – *тине Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин*.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#Нацпроекты
#Вакцина
Читайте нас: