Радий Хәбиров билдәләүе буйынса, әлегә яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын документаль раҫлау сараһы бара. Ауылда бары 375 кеше йәшәй. Иҫке ФАПта 26 йыл эшләүсе Фәлисә Садыҡова тиҙҙән уңайлы шарттарҙа эшләй ала.
Әйтеп үтергә кәрәк, Республикала 2098 ФАП бар, шуларҙың яртыһынан күберәге реконструкциялауға мохтаж. 406 объектты яңынан төҙөргә кәрәк.
Ғөмүмүән, 2020 йылда 109 яны медицина пунктын тапшырыу көтөлә.