Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 15:34

Республикала 8 ҡала йыһазландырыласаҡ.

Республика башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә Башҡортостандың 8 ҡалаһы дөйөм 520 миллиард һумлыҡ йыһазландырыуға йүнәлтелгән грант еңеүе хаҡында мәғлүмәт сыҡты.

Грант Баймаҡ, Сибай, Дәүләкән, Благовещенск, Учалы, Воскресенск, Йылайыр һәм Белорет ҡалаларының үҫешенә, йыһазландырыуына йүнәлтеләсәк.
Шулай уҡ Радий Хәбиров ошо проекттарҙы еңеүгә йүнәлтеүсе кәңәшсеһе Ольга Сарапуловаға һәм уның командаһына ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Хәтерҙә тотайыҡ, ошолай юл менән федераль аҡсаға 3 проект: Ишембай, Бөрө һәм Яңауыл тамамланып килә. Тормошҡа ашырыу осоронда әле тағы ла 5 проект бар.
Әйтеп үтергә кәрәк, республика башлығы киләсәктәге проект буйынса тормошҡа ашыра торған ҡала фотоһүрәттәрен теркәне.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#НацПроекты
Читайте нас: