Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм "Роскосмос" дәүләт корпорацияһының етәксеһе Дмитрий Рогозин "Салауат химия заводының" эшмәкәрлеге менән танышты.
Предприятие 1962 йылдан алып эшләй. Ул Рәсәйҙәге берҙән бер ракета яғыулығының мөһим компоненты - Гептилды етештерә. Бынан тыш, заводта диметиламин, натрий сульфаты һәм нитриты эшләйҙәр.
2014 йыдан алып заводта Гептил етешетерең системаһын модернизациялау башлана. Был үҙгәрештәр сәнәғәт һәм экологик хәүефлек талаптарына ярашлы итеү, шулай уҡ предприятиеның иҡтисади кңрһәткестәрен яҡшыртыу өсөн кәрәк. 2021 йылдың аҙағына яңыртыуҙы тамамларға планлаштыралар, ә 2022 йылда предприятие корамалдар менән файҙалана ала. Проекттың дөйөм хаҡы 7.5 миллиардтан ашты.
Шулай уҡ “Салауат химия заводы” майҙансығында Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәренә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
– Был ракета-космос сәнәғәте өсөн профилле булмаған производство. Әммә яғыулыҡ – үҙенсәлекле әйбер. Шуға күрә уны сит, шул иҫәптән шәхси предприятиелар етәкселеге аҫтына биреү бындай етештереүҙе туҡтатыу хәүефе менән янай. Беҙ бындай күренешкә юл ҡуя алмайбыҙ. Шуға күрә хәстәрлек күрһәтәсәкбеҙ һәм предприятиены үҫтерәсәкбеҙ, – тине Дмитрий Рогозин.
Республика башлығына ла Дмитрий Рогозин рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. "Роскосмос" етәксеһе билдәләүенсә, корпорацияның Башҡортостандағы эшмәкәрлеген диверсификациялау, граждандар тәғәйенләнешендәге тауарҙар сығара башлау буйынса ла пландары бар. "Башҡортостан Башлығына рәхмәт. Был заводты иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса фекерҙәшбеҙ", – тине ул.
"Предприятие Башҡортостан өсөн бик мөһим. Бындағы белгестәрҙең компетенциялары ла бик етди, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ заводты үҫтереү өсөн булған бар мөмкинлектәрҙе тәҡдим итергә әҙербеҙ. Бергә хәл итеү юлдарын табырбыҙ тип ышанам".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.