Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 19:36

"Еңеү диктанты" нисек үтте?

Башҡортостанда халыҡ-ара "Еңеү диктанты" акцияһы 87 майҙансыҡта үтте. Тарихи диктант Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуына арналды. Ҡатнашыусылар 45 минут эсендә Бөйөк Ватан һуғышына бәйле 25 һорауға яуап бирергә тырышты.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы етәксеһе Константин Толкачев диктантты Башҡорт дәүләт университетында яҙҙы.
"Еңел генә булманы, – тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев. – Диктаннты дөрөҫ яҙыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы хронологияһына таяныр кәрәк. Әйтеп үтергә кәрәк, тестың айырым һорауҙары мине бик уйландырҙы. Ғөмүмән, был бик яҡшы проект. Иң мөһиме, кешенең тарихҡа ҡыҙыҡһыныуын уята һәм күпте белергә, өйрәнергә теләүселәрҙе берләштерә.
Быйыл "Еңеү диктанты" икенсе тапҡырға үҙғарыла һәм Рәсәйҙең 80 төбәгендә үткәрелә. Диктант яҙыу майҙансыҡтары биш меңдән ары кеше йәшәгән ҡасабаларҙа ойошторола. Акция маҡсаты -- йәштәр араһында тарихи белемде һәм илһөйәрлек рухын үҫтереү.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Марданшин "Еңеү диктанты" һуғышта беҙҙең халыҡтың еңеүе хаҡында тарихи хәкикәтте һаҡлауға булышлыҡ итеүен билдәләне.
"Йыл һайын 9 май үҙҙәренең ҡыйыулыҡтары менән Бөйөк Ватан һуғышында нацизмды еңеүселәргә, беҙгә ирек, азатлыҡ бүләк итеүселәргә ихтирам күрһәтәбеҙ. Бер кем дә бер ҡасан да был Оло Еңеүҙе беҙҙең хәтерҙәрҙән, беҙҙең йөрәктәрҙән юя алмаҫ. Бөгөн киләсәк быуынға, ялған тарихтан яҡлап, Бөйөк Еңеүҙең хәтерен дөрөҫ тапшырыу мөһим", – тип билдәләне Рафаэль Марданшин.
Фото "Берҙәм Рәсәй" сатынан алынды
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#БөйөкЕңеү
#Мәҙәниәт
#Тарих
Читайте нас: