Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 19:51

Ҡуштауға республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе исеме бирелде

#Ағиҙелжурналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуштау тауына республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе исемен биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был турала Рәсәй Йәмәғәт палатаһының "түңәрәк өҫтәл" артында үткән ултырышында палатаның Башҡортостандан ағзаһы Ростислав Мырҙағолов хәбәр итте. Документта айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм айырыу һаҡлау режимы раҫланған.
Ҡарарға бөгөн, 2 сентябрҙә, ҡул ҡуйылды. Тап бөгөн иртәнсәк Рәсәй Тәбиғәт министрлығынан был биләмәне булдырыуға ризалыҡ алынған.
Был мөһим ваҡиғанан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡарарҙы баҫтырҙы һәм: "Ҡуштау мәсьәләһендә - нөктә ҡуйылды. Һәм был ҡарар - тәү сиратта, үҙ һүҙен белдергән меңәрләгән халыҡтың фекерен таныу һәм хөрмәт итеү", - тип яҙҙы.
Читайте нас: