Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 10:13

Иртәгә уҡыуға. Ниҙәр үҙгәрә?

#Ағиҙелжурналы

Иртәгә – Белем көнөндә мәктәптәр һәм уҡыу йорттары уҡыусыларҙы, студенттарҙы ҡабул итәсәк. Хәбәр итеүебеҙсә, белем алыу процесын ғәҙәти алымда башларға хәл ителде. Әммә был тәңгәлдә сикләүҙәр ҙә бар.
Белем байрамы нисек үтәсәк?
Тантаналы линейкалар өс класс – 1-се, 9-сы һәм 11-се кластар өсөн генә ойошторола һәм улар бер нисә өлөшкә бүлеп үткәреләсәк. Класс сәғәттәре, Еңеү дәресе, республика Башлығы Радий Хәбировтың асыҡ дәресе уҙасаҡ.
Ата-әсәләргә тантаналы линейкаға килергә яраймы?
Беренсе класҡа килгән балаларҙың ата-әсәләренә – ярай. Тик улар мотлаҡ битлек режимын һәм социаль арауыҡты (1,5 метр) һаҡларға тейеш.
Ни өсөн 5-се класс уҡыусыларына линейка үткәрелмәй?
Эйе, улар ҙа яңы мөхиткә, яңы уҡытыусылар ҡулына бара. Әммә ата-әсәләргә борсолорға кәрәкмәй: класс йыйылыштары онлайн-режимда үтәсәк. 2 сентябрҙән һәр класс мәктәпкә үҙенә билдәләнгән ишектән инә башлаясаҡ. Инеү урындарында уларҙы класс етәкселәре ҡаршы аласаҡ.
Уҡыусылар таҡта янына сығасаҡмы?
Тәүге айҙарҙа был кәңәш ителмәй. Бер сирек уҡығас, хәл-торошҡа ҡарап, мөмкин буласаҡ.
1-се класс уҡыусыларының ата-әсәләренә мәктәпкә инергә рөхсәт итәсәктәрме?
Тәүге сиректә ата-әсәләргә балаларҙың өҫ, аяҡ кейемен алмаштырыуҙа ярҙам итеү өсөн мәктәпкә инергә кәңәш ителмәй. Мөғариф министрлығы ата-әсәләр менән балаларҙың бергә тупланыуына мөмкин тиклем юл ҡуймау яҡлы.
Уҡыу йорттарында тантаналар буласаҡмы?
Тәүге ярты йылда юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында бер ниндәй ҙә ҙур сара, шул иҫәптән Белем көнөн дә үткәрмәҫкә кәңәш ителә. Әммә факультет эсендә беренсе курс студенттары өсөн ниндәйҙер сара үткәрелергә мөмкин. Быны уҡыу йорто етәкселеге үҙаллы хәл итә.
Балаларға медицина белешмәһе кәрәкме?
Мәктәпкә барыуға – кәрәкмәй. Әгәр бала балалар баҡсаһына биш көндән ашыу йөрөмәһә – кәрәк. Уны балалар поликлиникаһынан алырға. Әле ошо сәбәпле поликлиникаларҙа педиатрҙар штаты арттырылған.
Әгәр баланың температураһы булһа...
Критик сик – 37,1. Был балаларға ғына түгел, хеҙмәткәрҙәргә лә ҡағыла. Ошо күрһәткестән юғарыраҡ температура булһа, балалар ҙа, ололар ҙа мәғариф учреждениеһына инмәҫкә тейеш.
Һауа таҙартҡыс рециркуляторҙар һәр мәктәптә булырға тейешме?
Һәр мәктәп улар менән тәьмин ителергә тейеш. Улар кеше айырыуса күп йыйылған урындарға, мәҫәлән, ашханаға ҡуйыла. Башҡа урындарға графикка ярашлы күсереп йөрөтөлә. Махсус саралар ҡулланып дезинфекция үткәреү – һәр урында мотлаҡ талап.
Башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡланасаҡмы?
Эйе, был эш 100 процентҡа тәьмин ителергә тейеш. Беренсе – дүртенсе класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыуға көнөнә 55 һум бүлеү ҡаралған.
Икенсе смена буласаҡмы?
Закон тарафынан был рөхсәт ителә. Ә бына өсөнсө сменала уҡытыу булмаясаҡ.
Олимпиадалар үткәреләсәкме?
Эйе, улар октябрҙән ғәҙәти алымда башланасаҡ.
Уҡытыусыларға битлекте сисергә рөхсәт ителәме?
35 минут буйына битлектә дәрес алып барыу – еңел эш түгел, шуға күрә балалар менән тейешле арауыҡ һаҡланған осраҡта, уҡытыусы битлеген сисеп тора ала.
Балалар ауырыһа, мәктәптәр ябыласаҡмы?
Әгәр белем биреү учреждениеларында коронавирус менән сирләү осраҡтары асыҡланһа, белгестәр ковидтың ҡайҙан, нисек килеп сығыуын, бәйләнештә булған кешеләрҙе асыҡлаясаҡ. Әгәр вирус йоҡтороу бер класс эсендә теркәлһә, шул класс карантинға ябыласаҡ. Әгәр башҡа кластарға, мәктәп коллективына таралһа, тотош мәктәпте карантинға ябыу хаҡында һүҙ алып барыласаҡ.
Читайте нас: