Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 16:22

COVID-19 вирусынан вакцина ҡуйҙырыу йә ҡуйҙырмауҙы һәр кем үҙе хәл итәсәк

#нацпроектыКоронавирусҡа ҡаршы вакцинаны уҡытыусылар һәм табиптар мотлаҡ ҡаҙатырға тейеш тигән хәбәр буш булып сыҡты. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте һәм етәкселек итеү департаменты директоры Евгений Семщенко: "Вакцина ҡуйҙырыу һәр кемдең үҙ иркендә, әммә яңы уҡыу йылы алдынан уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тип белдерҙе.

Ул педагогтарға грипптан прививка ҡаҙатырға тәҡдим итте, әммә был мәжбүри түгел тип тә өҫтәне. Әлбиттә, профилактика һәм ауырыуҙы булдырмауҙы алдан хәстәрләү сир менән көрәшеүгә ҡарағанда күпкә отошло. Шулай уҡ, быйыл инде нисә быуат дауам иткән бер йола ла туҡтап торасаҡ - дәрескә һәм тәнәфескә саҡырған мәктәп ҡыңғырауҙары ла шылтырамаясаҡ, һәр класстың расписаниеһы айырым буласаҡ һәм дәрестәре төрлө ваҡытта башланасаҡ. Беренсе сентябрь байрамына арналған тантана ла күптәр өсөн онлайн форматта уҙасаҡ. Беренсе сентябрь көнө мәктәп линейкаһында 1-се, 9-сы, 11-се класс уҡыусылары ғына буласаҡ, ата-әсәләргә һәм олатай-өләсәйҙәргә лә линейкаға барыу рөхсәт ителмәй. Әйткәндәй, тағы бер хәбәр имеш-мимеш булып сыҡты - уҡыусыларға дәрестәрҙә битлек кейеп ултырырға кәрәкмәй.
#нацпроекты
Читайте нас в