Теүәл фәндәр буйынса уңышҡа ирешкән Башҡортостандың һәләтле уҡыусылары дәүләттән 125 мең һум күләмендә грант ала аласаҡ. Ә Рәсәй буйынса барлығы 850 уҡыусыға шундай грант тапшырыу күҙаллана.
1 сентябрҙән дәүләт хеҙмәте порталында түләүгә дәғүә итеүселәрҙән ғариза ҡабул итеү башланасаҡ. "Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" милли проекты сиктәрендәге грантты алыуға айырым һәләткә эйә булған һәм һанлы технологиялар, информатика һәм математика өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән мәктәп уҡыусылар дәғүә итә ала. Әммә әлеге түләүҙе алыу өсөн бер нисә шартты һаҡлау кәәрәк.
Грантҡа дәғүә итеүсе уҡыусы 2018-2019 уҡыу йылында мәктәптә уҡыған булырға һәм уға 19 йәш тулмаған булырға тейеш. Мәктәп уҡыусыһының һәләтле балалар тураһындағы мәғлүмәт ресурсына индерелгән булырға тейеш. Бынан тыш, дәғүә итеүселәр олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре булырға тейеш.
Аҡсаларҙы алыуға ғариза 2020 йылдың 1 сентябренән 10 октябргә тиклем барасаҡ. Һөҙөмтәләр порталдағы шәхси кабинетҡа киләсәк.