Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 00:23

Ике республика дуҫлығына һәйкәл ҡуйылды

#Ағиҙелжурналы

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең исеме мәңгеләштерелде. Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.
Шулай уҡ шағирҙың балалары, ҡәләмдәштәре, билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында монументаль композицияның ике республика араһында мәңгелек дуҫлыҡ символы булыуын билдәләне.
Һәйкәл бронзанан ҡойолған, скульпторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук, ул 2013 йылда Өфөлә лә бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштергәйне. Тантанала республика башлығы скульпторҙы "Халыҡтар дуҫлығы ордены" менән бүләкләне. Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәримдең ҡәләмдәше, яҡын дуҫы, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харисов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ һәйкәл янында өҙҙөрөп ҡурайын уйнаны, күкрәк киреп бейене. Шағир янында йыйылып, улар шиғри кисәләр, мәҙәни саралар уҙғарырға йыйына.
Һәйкәл биләмәһендә төҙөлгән сквер ҙа хәҙер Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ҡазан үҙәгендә, Ырымбур тракты менән Даурская урамы киҫелешендә туристик маршрут өсөн ҡыҙыҡлы һәм ғәжәйеп урын барлыҡҡа килде. Беҙҙең өйҙөң йәме, шағирҙың һүнмәҫ рухы бында.
Читайте нас: