Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 11:52

Өфө юлдарын танымай торорбыҙ әле

#нацпроекты

Өфөлә автомобиль юлдарын төҙөкләндереү дауам итә. Юл-төҙөлөш миҙгеле аҙағына 55 урам-юл селтәре участогы яҡшы хәлгә килтереләсәк, шуларҙың 22-һе "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә ремонтлана. 33-ө Башҡортостан территориаль заказы буйынса автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ҡарала. Бөгөнгө көнгә 25 участокта эш тамамланған.
Милли проект буйынса 13, территориаль заказ буйынса 12 объектта юл эштәре тамам. Асфальт ҡатламы яңыһына алмаштырылған, техник полосалар төҙөкләндерелгән, кәрәк булған урындарҙа тротуар ремонтланған. Йүнәтелгән участоктарҙың күпселеге ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
#нацпроекты
Читайте нас: