Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 00:01

"Ғәҙеллек тантана итер тип ышанам"

#Ағиҙелжурналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путинға прокуратураға "БСК"ның килешеүҙәрен тикшерергә йөкмәткәне өсөн рәхмәт әйтте.
"Мин Президентҡа республика һәм халыҡтың ғәҙелһеҙ һәм законһыҙ килешеүҙе тикшерергә ынтылышын хуплауы өсөн рәхмәтлемен. Ғәҙел булмаған килешеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан иҡтисады өсөн үтә лә мөһим предприятие дәүләттеке булыуҙан туҡтаған. Ул саҡта төҙөлгән килешеүҙәрҙе тикшергәс, беҙ дәүләткә шаҡтай ҙур зыян килеүен аңланыҡ. Яҡын арала ғәҙеллек тантана итер һәм "БСК" йәнә Башҡортостандың социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүҙә етди роль уйнар тигән ышаныста ҡалам. Ә инде сеймал проблемаһын хәл итеү юлдарын беҙ әлеге ваҡытта өйрәнәбеҙ һәм дөрөҫ ҡарар табасаҡбыҙ", - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: