Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә бер объекттың файҙаланыуға тапшырылыуы, алтыһы – юғары әҙерлек дәрәжәһендә, һигеҙе – уртаса, туғыҙ майҙансыҡта әҙерлек 70 проценттан артмауы тураһында һөйләне. Рәсәй һәм республика бюджеттарынан бүлеп бирелгән аҡсаларҙың дөйөм суммаһы 3,7 миллиард һумдан артып китә.
– Матур һәм заманса балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, - тип билдәләп үтте Радий Хәбиров. – Эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, барыһын да аҙаҡҡы миҙгелгә ҡалдырмағыҙ.