Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2020, 18:12

Мәкерле сир ҡасан бөтөр?

#ҡороновирус

Бөгөн сирлеләр һаны йәнә 33-кә артты. Пандемия башланған көндән республикала 7 мең 634 кешелә хәүефле сир раҫланған. Дауаханаларҙа 75 пациент ҡала. Уларҙың һигеҙе ауыр хәлдә, береһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 47 кеше йүнәлгән. Үлем статистикаһында үҙгәреш юҡ.
COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны кәмегәндәй тойола, әммә һаҡланыу сараларын кәметергә иртәрәк әле. Икенсе тулҡын, унан өсөнсө тулҡын оҙаҡ көттөрмәҫ, тиҙ генә килеп етер. Был белгестәрҙең фекере. Табиптар ҙа шәхси һаҡланыу сараларына етди ҡарарға кәңәш итә. Кеше күпләп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында битлектә һәм бирсәткәлә булыу шарт. Социаль дистанция һәм санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк.
Читайте нас: