Һуғыш ветераны Ғүмәр ағай мәктәп директоры булды. Пинжәгенең яғаһында икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, шуға ағайыбыҙға батырға ҡараған һымаҡ һоҡланып, ихт-ирам менән баға инек. Беҙҙе математиканан уҡытһа ла коллегалар булып бергә эшләргә тура килмәне, ул пенсияға сыҡҡас ҡына мәктәптә эш башланым. Шулай булһа ла кис һа-йын осраша инек, сөнки ул бирелеп китеп шахмат уйнарға яратты. Сәғәттәр буйы ҡапма-ҡаршы ултырабыҙ, ҡайһы саҡ ярты төн ауғансы. Оҙон-оҙаҡ әңгәмәләшәбеҙ, уйын бар-ышында һүҙ көрәштереп сәкәләшеп тә киткеләйбеҙ ҡайһы саҡ, әммә алдымда орденлы һуғыш ветераны, элекке уҡытыусым ултырғанлығын онотмай иҫәпкә алғанға, бәхәстең әҙәп сиген һис кенә лә ашатламайым. Шулай бер кис йорт күтәрмәһенә саф һауа һу-ларға сыҡҡанда һорай ҡуйҙым:
– Ағай һуғыштағы онотолмаҫлыҡ берәй хәлдеме, көндөмө һөйлә сәле?
– Онотолмаҫлыҡ көнгә килгәндә ул һис һүҙһеҙ бөйөк Еңеү көнө. Һәм икенсе
хәтергә уйылғаны - кеше үлтермәүем. - Яратҡан “Беломор”ын сығарып тоҡандырып бер килке быҫҡығас хәбәргә күсте. Теүәл фәндән уҡытһа ла һүҙгә йор, оҫта хикәйәсе ине аға-йыбыҙ. - Ниндәй генә һуғышты алма, уның аяуһыҙлығы шунда, һин теләйһеңме быны әллә юҡмы, алдыңа килгән, ҡаршыңа баҫҡан дошманыңды үлтерергә бурыслыһың. Әгәр албырғап, юғалып ҡалып өлгөрмәһәң ул һине. Бында алтын урталыҡ юҡ. Шулайтып ке-ше һуйыуға өйрәнеп китәһең, фәхшилек, бәғерһеҙлек иҫәпләнһә лә эргәңдә аунаған мәй-еттәрҙе ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул итә башлайһың. Ә бит төптәнерәк уйлап ҡараһаң тере йәндең ғүмерен ҡыйыу үҙе үк гөнаһ. Ни хәл итәһең, беҙҙең быуындың яҙмышына бына ошондай ауыр һынау төштө. Ул гөнаһ Аллаһ тарафынан ғәфү ителер моғайын, сөн-ки беҙ тыуған илебеҙҙе, тыуған төйәгебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы ҡурсып һуғыштыҡ, баҫҡын-сыларҙы еребеҙгә үткәрмәҫ өсөн ҡалҡан булып ҡалҡтыҡ, шул изге яуҙа миллионлаған яу-гир бәрелеш яланында башын һалды. Әммә әлеге һүҙем теге үлтерелмәгән дошманым хаҡында.
Кисләтеп кенә Одер йылғаһына төшөп ҡул-битемды сайып ултырам. Күрәм - яр буйындағы таллыҡта автоматын ҡосаҡлаған да 14-15 йәштәр тирәһендәге немец үҫ-мере боҫоп ултыра. Шул осорҙа Гитлер тоталь мобилизация иғлан иткән ине бит, был шуларҙың береһелер, күрәһең. Өҫтөндәге кейеме һалынып төшкән, итектәре ҙур. Үҫмер миңә ҡурҡып баҡҡан да һыңҡылдап илай. Шул саҡта күҙ алдыма ауылымда ҡалған ҡус-тыларым килеп баҫты. Улар ошо мәлдә ни эшләйҙәр икән: асығалармы, өшөйҙәрме, әллә мине көтөп ауыл ҡапҡаһына сығып баҫҡандармы? Немец малайы төҫ-башы менән өлкән ҡустыма ла тартҡандай. Хәҙер килеп мин ошо ҡустыма оҡшаған баланы үлтерергә һис юғында ҡулға алырға бурыслымын. Әгәр үлтерәм икән, был минең өсөн бер ни ҙә түгел, сөнки шулай тейеш, сөнки беҙ дошмандар, хатта әйтер инем ҡан дошмандар!
Ҡалҡтым, яйлап ҡына немец һалдатының эргәһенә яҡынланым. Теге лә көсәргәнеп ту-райҙы, сигенә биргәндәй ҙә итте. Ҡулым менән ҡурҡма, теймәйем, автоматыңды ғына бир, тигән ишара яһаным. Бала-сағаға ҡорал нимәгә инде, талабым һүҙһеҙ үтәлде. Авто-матты алып эргәләге ташҡа сәсрәткәнсе бәрҙем дә рюкзагымдан бер түтәрәм арыш ик-мәген сығарып һондом, геһ нах һаузе, йәғни иди домой, бар ҡайт, тинем. Ҡәһәрле һу-ғышҡа ләғнәт уҡы ла башҡаса ҡулыңа бер ҡасан да ҡорал алма, тип тә өҫтәп әйтергә ине лә, өлгөрмәнем, шыйыҡ быуынлы үҫмер атып ебәреүемдән шикләнеп, шөбһәләнеп арты-на әйләнеп ҡарай-ҡарай, эләгә-йығыла, мин биргән икмәкте ҡосаҡлап йүгерә ине.
Батырлыҡ өсөн орден алған мәлде онотҡанмын, әммә ошо малай хәтерҙә. Уны тере ҡалдырыуым - күңелем түренә ҡаҙап ҡуйылған, кешелеклеккә, миһырбанлыҡҡа бирелгән юғары награда һымаҡ. Бына ошондайыраҡ ғибрәтле тарих…