Һәр комплекс йылына 100 мең тонна сүп-сар эшкәртәсәк. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указында ҡабул ителгән "Экология" милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Береһе Туймазы районында, комплекс заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, ул артабан ҡулланырға яраҡлы ресурстарҙы айырып алып, эре ҡалдыҡдарҙы ваҡларға мөмкинлек бирә. Икенсеһе Дәүләкән районында төҙөлә, йылына 40 мең тоннаға ҡәҙәр сүп-сарҙы эшкәртеүгә тәғәйенләнгән.