Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2020, 11:50

Башҡортостан - беренсе урында

#нацпроекты

Башҡортостан "Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе.
Әйтәйек, быйыл 12 муниципалитеттан 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс һөнәри белем бирең учреждениеһы матди базаны шаҡтай яңыртҡан. Сифатлы музыка ҡоралдары һатып алынған, улар барыһы ла халыҡ-ара, ил кимәлендәге конкурстарҙа ҡулланыласаҡ.
Шулай уҡ учреждениелар ноутбуктар, проекторҙар, принтерҙар, мониторҙар, радиосистемалар, хореография залдары өсөн станоктар, интерактив панелдәр һатып алған.
Иҙел буйы федераль округында Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларында уҡыусылар һаны буйынса тәүге урында тора - 50 меңдән артыҡ бала уҡый.
#нацпроекты
Читайте нас: